Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры, йәмәғәт эшмәкәре Рауил Бикбаев тыуған көн

Уға 83 йәш тулыр ине. Рауил Бикбаев дәүер шағиры булараҡ танылды. Ул замандаштарын борсоған мәсьәләләрҙе ҡыйыу һәм тура итеп әйтә белде. Бындай шәхестәрҙе халыҡтың алтын бағанаһы, тиҙәр. “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин:

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Рауил Бикбаев әҫәрҙәре менән башҡорт шиғриәтен юғары кимәлгә күтәрҙе, ти әҙәбиәт белгестәре. Ул республиканы сит илдәрҙә лә танытты. “Яҡшы кеше булды. Халҡын өҙөлөп яратты.”, - ти шағирҙың ҡатыны Фәриҙә Бикбаева.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Әйткәндәй, был көндәрҙә Ырымбурҙа  Рауил Бикбаев көндәре үтә.