Уҙған тәүлектә был исемлеккә тағы ла 529 кеше өҫтәлгән. Бөгөн стационарҙарҙа 354 пациент дауалана, уларҙың 226-һы – 60 йәштән өлкәндәр. Ауыр хәлдәге 92 пациенттың 5-е үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБынан тыш, 6 550 кеше сиргә ҡаршы амбулатор шарттарҙа көрәшә. Тәүлек эсендә 539 кеше һауыҡҡан, 32 үлем осрағы теркәлгән. Коронавирусҡа ҡаршы вакцинаның 1-се компонентын 2 миллион 84 меңдән ашыу кеше яһатҡан.
1 миллион 900 меңгә яҡын кеше вакцинацияны тулыһынса тамамлаған. Тәүлек эсендә прививка эшләтергә теләк белдереп 6 мең 88 кеше мөрәжәғәт иткән.