Ошо уңайҙан Өфөлә бөгөн махсус йыйындар башланды. Унда Үҙәк хәрби округының пролиция хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтТәртип боҙоусыға ауһыҙ. Рәсәй Ҡораллы көстәре хәрби полицияһы хеҙмәткәре ҡорал һәм оператив мөмкинлектәр менән таныштыра.
Ҡораллы көстәр составында айырым берәмек булараҡ хәрби полиция 10 йыл элек ойошторола. Шуға ҡарамаҫтан улар армияла тәртип урынлаштырыу, ҡыҙыу нөктәләрҙә халыҡҡа ярҙам күрһәтеү кеүек мөһим бурыстарҙы уңышлы башҡарып сыҡты. Мәҫәлән, Сүриә ғәрәп республикаһында хәрби полицияға Хмеймим авиабазаһын һаҡлау һәм гуманитар миссиялар башҡарыу йөкмәтелде.
Йыйындар уҙғарыу урыны итеп Өфө осраҡлы һайланмаған. Баш ҡала гарнизоны коммендатураһы үҙәк хәрби округта өлгөлөләрҙән иҫәпләнә. Тимәк тәжрибә уртаҡлашыу өсөн дә мөмкинлек бар.
Йыйынды уҙғарыу өсөн Өфө дәүләт авиация техник университетының матди-техник базаһы файҙаланыла. Уҡыу йорто етәкселеге фекеренсә, студенттарға утты-һыуҙы кискән ысын хәрби офицерҙар менән аралашыу фәһемле буласаҡ.
Хәрби полиция уҡыуҙары 17 декабргә тиклем дауам итә. Йыйындарҙың ғәмәли өлөшө Шишмә районы Алкин ҡаласығындағы гарнизон нигеҙендә уҙа.
Рафиҡ Әхмәтшин