Бөгөн Өфөлә Милли педагогик форум асылды

Унда уҡытыусылар, мәғариф белгестәре, ғалимдар ҡатнаша. Сара Башҡорт дәүләт педагогия университетында ойошторола. “Форумдың маҡсаты – милли мәғариф системалары менән тупланған тәжрибәне иҫәпкә алып, педагогик белем биреүҙе үҙгәртеп ҡороу мәсьәләләре буйынса фекер алышыу”, - тине юғары уҡыу йорто ректоры Салауат Сәғитов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Форум быйыл Рәсәйҙә Фән һәм технологиялар йылына, Башҡорт теле көнөнә һәм Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыуға арнап ойошторола. Башҡортостан Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Мәғариф 3Д” милли педагогик форумы рус, башҡорт, инглиз телдәрендә онлайн форматта уҙа.