Республика халҡы ялған яңылыҡ сығанаҡтарын атаны

"Диалог" ойошмаһы һәм Интернет-технологияларының төбәк йәмәғәт үҙәге халыҡтың төрлө мәғлүмәт ресурстарына ышанысын билдәләү өсөн тикшереү үткәргән. Онлайн фекер белешеүҙә республикала йәшәүселәр ҙә ҡатнашҡан. Фейктарҙың төп сығанаҡтары итеп кешеләр онлайн-киң мәғлүмәт сараларын (74%), телевидение һәм матбуғат баҫмаларын (64%), социаль селтәрҙәрҙе (38%) атаған. Мессенджерҙарға был исемлектә урын юҡ. Дуҫ һәм таныштарҙы ялған яңылыҡ сығанағы тип күреүселәр ни бары 5 процент булған.