Иглин районында водитель һәм пассажир машина эсендә янып һәләк булған

Бөгөн таңғы сәғәт биштәр тирәһендә Һамар-Өфө-Силәбе автомобиль юлында үлемесле авария теркәлде. Ҡот осҡос фажиғәлә «Мерседес Бенц» менән «Вольво» йөк автомобилдәре бәрелешкән. Һуңынан уларҙа ут сыҡҡан. Фураларҙың тәүгеһе 14 тонна мандарин тейәп, ә икенсеһе буш китеп барған булған.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Аварияла водителдәрҙең береһе, икенсе фураның пассажиры үлемесле яраланған. Ғәҙәттән тыш хәлдән һуң федераль трассала автомобилдәр хәрәкәте тулыһынса туҡтатылған. Транспорт сараларына Иглин ауылы аша ваҡытлыса урау юл ойошторолған. 

 Юл хәрәкәте хәүефһеҙле дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, көндөҙгә сәғәт 12-ләр тирәһендә ябылған участкала хәрәкәт тергеҙелгән. Осраҡ буйынса тикшереү башлаған.