Өфөнөң Максим Рыльский урамындағы 19 ҡатлы йортта йәшәүселәр йыш ҡына лифттары ватылыуға зарлана

Хәүефле лифт. Өфөнөң Максим Рыльский урамындағы 19 ҡатлы йортта йәшәүселәр йыш ҡына лифттары ватылыуға зарлана. Техник етешһеҙлектәр менән эшләгән лифтта фатир хужалары күп тапҡыр бикле ҡалып торлаҡ-хужалыҡ идаралығы хеҙмәткәрҙәре ярҙамы менән генә сыҡҡан.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Тиҙ арала хәүефле объектты төҙөкләндереү мөмкин түгел икәне билдәле, сөнки торлаҡта капиталь ремонт 2024 йылда ойошторолор тип көтөлә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Максим Рыльский урамындағы 8-се йортта йәшәүселәрҙе уртаҡ бәлә берләштерә. 19 ҡатлы йортта йыш ҡына лифт ватылып йөҙәтә. Торлаҡтың юғары ҡаттарына баҫҡыс буйлап менеү сәләмәтлек өсөн файҙалы ла кеүек, тик был осраҡта түгел. Йыш ватылған лифтлы йортта башлыса өлкән йәштәге граждандар һәм бала үҫтергән йәш ғаиләләр йәшәй.

2018 йылда лифттың төҙөклөгө буйынса тикшереү ойошторолған. Экспертиза лифттың техник торошо буйынса күп кенә етешһеҙлектәрҙе асыҡланған. Идарасы компания алдына объектты төҙөкләндереү бурысы ҡуйылған, әммә лифт йүнәтелмәгән.

Мәсьәләне хәл итеүҙе һорап фатир хужалары төрлө  инстанцияларға ла мөрәжәғәт иткән. Лифтты алмаштырыу өсөн бер нисә миллион һум аҡса талап ителә.

Әлегә лифт боҙолған һайын йүнәтелә, тик техник ремонт оҙаҡҡа сыҙамай. Ҡиммәтле деталдәр талап иткән объект  көйһөҙләнеүен дауам итә.

Лифт менән бәйле етешһеҙлектәр регламент буйынса бөтөрөлә. Комплекслы ремонт көтәбеҙ, төҙөкләндереү 2024 йылда үткәрелергә тейеш. Ремонтты иртәрәк башларға тип Өфө хакимиәтенә ғариза яҙҙыҡ. Яуап көтәбеҙ.

Алмаз Ҡотдосов, Өфөнөң 64-се торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы етәксеһе урынбаҫары

Лифтты алыштырыуҙы һорап арыған граждандар ҡала хакимиәте булышлығына өмөт итеп капиталь ремонттың тиҙерәк үткәрелеүен көтә. Әлегә улар хәүефле ситлекте хәтерләткән шул уҡ лифт менән файҙалана.

Флорида Ким