Республика хәрби комиссариатынан бөгөн тағы өс егет фәнни ротаға алынды

Улар Кострома һәм Санкт-Петербург ҡалаларында хеҙмәт итәсәк. Рәсәй Армияһының элитаһы һаналған фәнни ротаға эләгер өсөн талаптар ҡәтғи. Юғары уҡыу йортон тамамлаусылар ғына алына, өлгәшеү буйынса уртаса балл – 4,5-тән дә түбән булырға тейеш түгел.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Компьютер программаларын, мәғлүмәт базаларын белеү мотлаҡ. Конкурс буйынса һайлап алғанда кандидаттың ғилми эшмәкәрлегенә лә иғтибар ителә.

Фәнни ротаға эләгергә теләгем көслө ине. Был элитаны һайлауым да осраҡлы түгел. Туғандарым араһында хәрбиҙәр күп. Улар араһында медицина йүнәлешендә эшләгәндәре лә бар. Фәнни ротанан тап хәрби медицинаға барыуымдың сәбәбе әсәйемдең табип һәм ошо өлкәне үҙ итеүемә лә бәйле. 

Руслан Пантелюк, хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы

Фәнни роталар Рәсәйҙең Ҡораллы көстәрендә 2014 йылда уҡ ойошторолған, әле улар ике тиҫтәнән ашыу. Хәрби хеҙмәткә алынған һәләтле йәштәр милли оборона өлкәһендәге тикшеренеүҙәрҙә ҡатнаша, программалау, инженер технологиялары, медицина һәм химия йүнәлештәре буйынса белемен камиллаштыра. Һуңғы алты йылда ғына элиталы бүлексәгә 100-ҙән ашыу яҡташыбыҙ эләккән. Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән айырмалы, Башҡортостан алдынғылар иҫәбендә.

Азат Ғәлиуллин