Айыҡлыҡ уйындары. Күгәрсен районын Сәлих ауылында үҙенсәлекле сара уҙҙы. «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә урындағы халыҡ ҡышҡы һабантуй ойошторҙо.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтҺабантуй ҡунаҡтарын Сәлих ауылы халҡы саналарға ат егеп ҡаршы алды. Улар урамдарҙы байҡап үтте. Сәлихтәр ҡунаҡтарына һый-хөрмәт күрһәтте.
Ейәнсура районы Себенле ауылынан ҡунаҡҡа ҡайтҡан Елена Садиҡова ауылдаштары менән ғорурланыуын йәшермәне.
Ҡышҡы һабантуйҙа саңғы ярышы, кәритәләр уҙышы, таяҡ аттар бәйгеһе уҙғарылды. Ауыл халҡы ҡар өҫтөндә футбол, аҡтирәк-күктирәк уйнаны.
Ауылдың старостаһы Сәлиховтар нәҫелен дауам итеүсе, Тәлғәт Сәлихов ауылдаштарының тырыш, берҙәм булыуын билдәләй.
Декабрҙең һыуыҡ көнөн эҫе самауыр сәйе, халыҡ йырҙары менән йылытты Сәлихтар. Ауыл бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, урындағы халыҡ «Айыҡ ауыл» конкурсына дәррәү ҡушылған. Бейгелә еңеү теләктәре ҙур. Бүләкте урындағы халыҡ иҫке клубты яңыртыу маҡсатында тотонорға ниәтләгән.
Рафиҡ Әхмәтшин