Миәкә районында Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты билдәләнде. Быйыл мәртәбәле исемгә табип, медицина фәндәре докторы Риза Мәғәзов лайыҡ булды.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРиза Шәйехйән улы сәхнә түрендә ултырырға күнекмәгән. Ул ғүмер буйы кешеләр һаулығы һағында эшләй. Миәкә һәм Әлшәй райондары дауаханаларында баш табип, окулист, хирург.
13 йыл дауамында Башҡортостандың төп дауаханаһы – Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһын етәкләгән. И. И. Мечников исемендәге Өфө вакциналар һәм сывороткалар фәнни-тикшеренеү институтының директоры булған.
Уның фиҙәҡәр эше Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, Халыҡтар Дуҫлығы ордены һәм башҡа наградалар менән баһаланған. Бөгөндән уның күкрәген тағы ла бер миҙал биҙәй. Табипҡа Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия тапшырылды.
Риза Мағазов Аҡмула премияһының 33-сө лауреаты. Быйыл премия тәүге тапҡыр медицина хеҙмәткәренә тапшырылды. Быға тиклемге лауреаттар яҙыусы, журналист, публицист һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре. Абруйлы баһа менән бүләкләү ғәҙәттәгесә мәғрифәтсенең тыуған көнөндә, уның тыуған яғында ҙур байрам сараһы менән үтте.
Ҡунаҡтарға Туҡһанбайҙағы Аҡмулла музейы буйлап экскурсия ойошторолдо. Сарала ҡатнашыусылар шағир исеме бирелгән шишмәгә барҙы. Мәҙәниәт йортонда ҡул оҫталары күргәҙмәһен һәм бай концерт программаһын ҡараны.
Районда мәғрифәтсенең тыуыуына 190 йыл айҡанлы Аҡмулла уҡыуҙары үткән. Декабрь аҙағынаса башҡорт теле көнөнә арналған аҙналыҡ буйынса конкурстар еңеүселәре тәбрикләнәсәк.
Рәмилә Исмәғилева