«Һуңғы өс йылда кескәйҙәр өсөн яңы төр баҫма – мультимедиялы китаптар донъя күргән. Башҡорт халыҡ әкиәттәре «Хәйләкәр төлкө», «Өс дуҫ», «Күк ат» 3D һәм 4D форматында башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә баҫылып сыҡҡан. Ошо китаптарҙы ҡулына алған бәләкәстәр уны уҡып ҡына ҡалмай, телефонға махсус ҡушымтаны күсереп алып, өс телдә лә йәнһүрәт ҡарай ала.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтҺөнәре буйынса уҡытыусы, тәжрибәле педагог Лилиә Мирза үҙенең эҙләнеүҙәре аша яҙылған тәүге китабы менән таныштырҙы.
Күренекле яҙыусы Яныбай Хамматовтың ейәнсәре, Алһыу Әнүәр ҡыҙы Шарль Перроның “Көлһылыу менән Ҡыҙыл Башлыҡҡай мажаралары”, ағалы-ҡустылы Гриммдарҙың “Күмәс өй”, Сергей Аксаковтың “Ал сәскә” тип аталған китаптарын нәшер итеүгә әҙерләү өсөн күп көс һалған.
Әкиәттәрҙе тәржемә итеп кенә ҡалмаған, ҡул аҫтында булған ябай материалдарҙан эшләнгән һоҡланғыс матурлыҡ - үҙенең ҡул эштәренең фотолары менән дә биҙәгән. Алһыу Хамматова был эште сит ил яҙыусыларының әҫәрҙәрен үҙ балалары башҡортса уҡыһын тигән маҡсатта башлаған.
Рәмилә Исмәғилева