Илдең баш ҡалаһында ике рәссам яҡташыбыҙ ижади эштәрен тәҡдим итте. Ижадҡа ҡараштары төрлө булып та, тормошта тыуған мөхитебеҙгә тоғролоҡ һаҡлаған ҡыл ҡәләм оҫталарын башҡорт сәнғәтенә һөйөү берләштерә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтГөлназ Ҡорамшина – декоратив сәнғәт оҫтаһы. Бала сағы Себерҙә үтһә лә башҡорт донъяһы – мәҙәниәтенә тартылып үҫә. Тыуған телгә, башҡорт милли кейемдәренә һөйөүҙе унда өләсәһе тәрбиәләй.
Ә Зифа Толомбаеваның картиналары мәңгелек ҡиммәттәр, башҡорт ҡатын-ҡыҙы хаҡында. Ижадсы эштәренә сағыу буяуҙар, фәлсәфәүи уйланыуҙарын һалған. Күргәҙмәне Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы ойошторған.
Рәйлә Күсемханова