Спорт министры Руслан Хәбибовтың кандидатураһы «Өфө» футбол клубының попечителдәр советы рәйесе вазифаһына тәҡдим ителде. Башҡортостан башлығының был ҡарары командаға республика менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә ярҙам итәсәк.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтКлубтың артабанғы үҫеш мөмкинлектәре Радий Хәбировтың клуб етәксеһе Шамил Ғәзизов менән осрашыуында тикшерелде. Төбәк башлығы команданың уйындарын ҡыҙыҡһыныу менән ҡарап барыуын билдәләне.
«Күп кенә йәш спортсылар уйынға ижади ҡараш күрһәтеп, әкренләп тәжрибә туплай һәм дәғүәселәр менән көрәштә етди үҫешә. Әлбиттә, был башҡа командаларҙа ла ҡыҙыҡһыныу уята, әммә беҙ көслө состав төҙөү яҡлы.
Килеп тыуған финанс ҡатмарлыҡтарҙы хәл иттек», – тине Башҡортостан башлығы. Ул шулай уҡ киләһе йыл башында команданың хәлен тикшереп, балалар футболын үҫтереү мөһимлеген билдәләне. Шамил Ғәзизов үҙ сиратында республика етәкселегенә һәм шәхсән Радий Хәбировҡа клубҡа ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәт еткерҙе.
Илдар Байбулатов