Ҡышҡы каникулдан һуң район үҙәгендә 320 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп үҙ ишектәрен аса. Мәғариф учреждениеһының балаларҙы ҡабул итеүгә әҙерлеген бөгөн Республика башлығы тикшерҙе. Радий Хәбиров Бишбүләккә эш сәфәре барышында райондың башҡа социаль һәм ауыл хужалығы объекттарында ла булды. Был хаҡта БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБалалар Яңы йылды ҡаршы алырға әҙер. Зал уртаһына ҡупшы шыршы ҡуйылған, стеналар биҙәлгән, шиғырҙар ятланған. Тик өлкәндәрҙең генә үҙ хәстәре, мәшәҡәттәре. Ҡыңғыр-Мәнәүездәге социаль приют етәкселеге ремонт хаҡында хыяллана, түшәмдән яҙлы-көҙлө һыу аға.
Приют 15 балаға иҫәпләнгән, әле бында ата-әсә ҡарауынан мәхрүм 8 бала тәрбиәләнә. Республика башлығы учреждениелағы йәшәү шарттары менән танышҡандан һуң ҡыйыҡты ремонтлау бурысын ҡуйҙы. Шулай уҡ киләһе йылда Башҡортостанда оло йәштәгеләрҙе һәм инвалидтарҙы тәрбиәләү буйныса пилот проекты тормошҡа ашырыла башлай. Уға ярашлы Бишбүләктә 35 кеше йәшәгән социаль учреждениела йыһазарҙы яңыртып буласаҡ.
Бишбүләк ауылы иһә Яңы йылды заманса мәктәп менән ҡаршы ала. Ҡышҡы каникулдан һуң район үҙәгенең яңы биҫтәһендә 320 урынға иҫәпләнгән белем усағы файҙаланыуға тапшырыла. Был мәктәп йыһазландырыу кимәле буйынса ла, уҡытыу программаһы менән дә уникаль. Һәр кабинетҡа заманса ҡоролмалар урынлаштырылған, бынан тыш йәш кулинар ,балаҫ һуғыу кеүек оҫтаханалар эшләй. Ә уҡытыу тиҫтәгә яҡын телдә алып барыла. Республика башлығы мәктәптә стоматология кабинеты асыу бурысын да ҡуйҙы.
Республика башлығы мәктәптә стоматология кабинеты асыу бурысын да ҡуйҙы.
Сиҙәкбаш ауылын Бишбүләктең иң ижади төбәге тип атарға мөмкин. Бында 500-ҙән ашыу халыҡ йәшәй, уларҙың яртыһынан күбеһе мәҙәниәт йортондағы ижади түңәрәктәрҙә шөғөлләнә. Бөтәһе 13 коллектив эшләй. Әммә мәҙәниәт усағына төҙөкләндереү талап ителә. Быйыл ҡыйыҡ ремонтланған, әммә эстән тәртипкә килтереү мотлаҡ, йыһазландырыу проблемаһы ла тора.
Радий Хәбиров был идеяны хупланы, мәҙәниәт йортона ихтыяж бар икән шарттар тыуҙырылырға тейеш, тине Республика башлығы. Бишбүләк районы Советтар Союзының ғәрәп илдәрендәге тәүге тулы хоҡуҡлы илсеһе, дипломат Кәрим Хәкимовтың тыуған төйәге лә - Дүсән ауылында легендар шәхескә арналған музей эшләй.
Музейҙа Кәрим Хәкимовтың тормош һәм хеҙмәт юлын сағылдырған өс меңгә яҡын экспонат һаҡлана, шәхси әйберҙәре генә тиҫтәгә яҡын. Мәҫәлән, ғәрәп илдәренән бүләккә алып ҡайтылған ебәк яулыҡ, уның менән меңдәрсә саҡырымдарҙы бергә уҙған күн сумаҙан, беҙ тарихи фотоһүрәттәр аша ғына күреп белгән тәмәке төрөпкәһе.
Башҡортостан башлығы Кәрим Хәкимовтың йорт-музейының эшмәкәрлеген яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә, данлыҡлы «Ҡыҙыл Паша» спектаклен яңынан сәхнәгә сығарырға ҡушты. Шулай уҡ тарихи шәхестең тыуыуына 130 йыл тулыу айҡанлы Дүсән күп функциялы үҙәгендә мульмедиа экспозицияһы әҙерләү ҡарала. Ауылдаштары әйтеүенсә, музейҙағы һәр экспонат ҡәҙерле, мәҫәлән ошо мандолина Кәрим Хәкимовтың ҡул йылыһн һаҡлай, ғөмүмән, данлыҡлы яҡташыбыҙҙы йыр-моң ғүмер буйы оҙатып йөрөгән.
Республика башлығы Бишбүләк районына эш сәфәре барышында Сиҙәкбаш ауылындағы бағры үрсетеү фермаһында ла булды. 90-сы йылдар аҙағында нигеҙ һалынған хужалыҡ бөгөн төбәктең ғорурлығы. Бағры фермаһы туристарҙың да яратҡан урынына әүерелгән. Республика башлығы агробизнесты үҫтереүгә дәүләт яғынан да ярҙам күрһәтеләсәк тип белдерҙе.
Рәмзиә Кәримова