Академик Риза Мағазовҡа Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия тапшырылды

Лауреаттарҙы тәбрикләү тантанаһы мәғрифәтсенең тыуған яғы - Миәкә районында үтте. Риза Мағазов медицина фәндәре докторы, Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре. Ул байтаҡ йылдар Миәкә һәм Әлшәй райондары дауаханаларында эшләй. Ун йылдан ашыу Башҡортостандың төп дауаханаларының береһе -  Ғүмәр Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһын етәкләй. Аҡмулла премияһына лайыҡ булыу – ҙур баһа, тип белдерҙе Риза Шәйехйән улы һәм уның тормош иптәне Әнүзә Мөғәллим ҡыҙы.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Мифатхетдин Аҡмулла ижады үлемһеҙ. Уның әҫәрҙәре көнүҙәк булыуҙан туҡтамай, ти Башҡортостан Яҙыусылар берлеге рәйесе Зәки Әлибаев.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Мифтахетдин Аҡмуллаға арналған саралар декабрь аҙағына тиклем дауам итә.