Мәғрифәтсе-педагог Закир Шакировтың ғилми хеҙмәттәре күргәҙмәгә ҡуйылды

Материалдар һәм документтар ғалимдың улы, Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары Миҙхәт Шакировтың шәхси архивынан алынған. Ҡомартҡыларҙың береһе – башҡорт телен өйрәнеү буйынса йыйынтыҡ. Уның ҙур өлөшө латин графикаһында нәшәр ителгән. Башҡортостан Милли архивы етәксеһе урынбаҫары Нияз Сәлимов белдереүенсә, Закир Шакировтың фәнни хеҙмәттәрен өйрәнеү һәм халыҡҡа еткереү мөһим.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Закир Шакиров әҙәби башҡорт теленең ғилми терминологияһын булдырыуҙа ҡатнаша. 1928-1932 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы ойошторған фольклорсы лингвистар экспедицияһында ҡатнаша. Уның барышында белгестәр республика райондарында, шул иҫәптән Урал аръяғында була, 800-ҙән ашыу халыҡ йырын яҙып ала. Арғаяш районында Мифтахетдин Аҡмулланың “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” шиғырының ҡулъяҙмаһын таба. Закир Шакиров мәғариф өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн  “Хеҙмәт геройы” исеменә лайыҡ була. Ул Өфөлә мосолман зыяратында ерләнгән. Быйыл педагогтың тыуыуына 140 йыл тулды.