Бөгөн баш ҡалала Халыҡ-ара бизнес аҙналығы башланды. Унда власть вәкилдәре, төрлө дәүләттәрҙән эксперттар һәм эшҡыуарҙар ҡатнаша. Йыйындың беренсе көнө технология һәм экспортҡа арнала. “Башҡортостан кибердромы” инженер-конструкция конкурсы үтә. Уның маҡсаты – республиканың пилотһыҙ осҡостар кластеры өсөн кадрҙар әҙерләү. “Экспорт һәм инвестициялар: яңы мөмкинлектәр” тип аталған пленар ултырышта экспортерҙарҙы борсоған көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышыу була, шулай уҡ “Өфө” индустриаль паркын асыу ҡарала. Яңы комплекс 20 мең квадрат метр майҙанды биләй. Ул милли проект буйынса төҙөлгән. Форум барышында Башҡортостан Инвестиция комитетының юбилей ултырышы үтә. Ул “Инвестиция сәғәте” форматында ойошторола. Бөгөн бер нисә тематик секцияла ҡатнашырға мөмкин, шулай уҡ “Мәғлүмәт саралары. Бәхәс, мифтар һәм ысынбарлыҡ” тип аталған түңәрәк өҫтәл була.