Андрей Назаров һәм Рәсәй экспорт үҙәге етәксеһе Вероника Никишина алдынғы экспортерҙар менән осрашты

Сара Республика менән идара итеү үҙәгендә уҙҙы. Андрей Назаров төп күрһәткестәр менән таныштырҙы һәм “Ашығыс экспорт ярҙамы” проекты тураһында һөйләне. Февралдән башлап белгестәр 200-ҙән ашыу компанияға консультация ярҙамы күрһәткән. Рәсәй экспорт үҙәге етәксеһе Вероника Никишина Башҡортостанда алып барылған эшмәкәрлекте юғары баһаланы һәм “Ашығыс экспорт ярҙамы” проектын башҡа төбәктәрҙә лә тормошҡа ашырырға тәҡдим итте.