Бөгөн таңға ҡарай Өфөлә биш кеше зыян күргән юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән

Авария «Уфанет» компанияһының урам камераһына эләккән. Иртәнге сәғәт бишенселә «Фольксваген Туарег» автомобиле водителе Октябрь проспекты буйлап Октябрҙең 50 йыллығы урамына табан китеп барғанда бинаға бәрелгән.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Видеояҙманан күренеүенсә, фажиғә алдынан иномарка хужаһы тиҙлекте арттырып юлда торған экипаждан ҡасырға маташҡан. Авария һөҙөмтәһендә водитель һәм уның 4 пассажиры төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға килтерелгән. Тикшереү барышында автомобиль менән 19 йәшлек егет идара итеүе асыҡланған. Уның водитель таныҡлығы булмаған. Осраҡ буйынса тикшереү бара.