Радий Хәбиров билдәле кинорежиссер Тимур Бикмәмбәтовты ҡабул итте

Осрашыуҙа яңы ижади проекттар сиктәрендә хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре тикшерелде. 

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Кинорежиссёр Өфөлә «Ёлки 8» фильмының премьера алды күрһәтелеүе тураһында һөйләне. Мәғлүм булыуынса, кинотаҫманың бер өлөшө ноябрь аҙағында «Торатау» конгресс-холы янындағы Яңы йыл шыршыһы янында төшөрөлдө. Радий Хәбиров билдәләүенсә, баш ҡала Тимур Бикмәмбәтовтың проекттарында беренсе тапҡыр ғына ҡатнашмай.

Яҡташтарыбыҙ йыш ҡына фильм геройҙарына әүерелә. «Беҙҙә лә яҡшы компетенциялар, анимация өлкәһендә көслө белгестәр эшләй, шуға ла уртаҡ проекттар ҡыҙыҡһындыра» - тине, республика етәксеһе. Тимур Бикмәмбәтов иһә осрашыу алдынан Өфөләге «Муха» студияһы менән танышыуы тураһында һөйләне.

Уның әйтеүенсә, анимация өлкәһендә белгестәр әҙерләү буйынса ҡайһы бер ниәттәрҙе бойомға ашырыу ҡарала. Һәм, әлбиттә, яңы проекттар сиктәрендә студия менән берлектәге хеҙмәттәшлек итеү юлдары тикшерелә.

Илдар Байбулатов