Комедия эксклюзив рәүештә «Родина» кинотеатрында күрһәтелде. Кинотаҫма төрлө ҡалаларҙа – Пермдә, Төмәндә, Саранскиҙа, шул иҫәптән, Өфөлә лә төшөрөлгән. Салауат Юлаев майҙанында йыйылған халыҡ республиканың символы – ҡурайҙы һынландырғайны. Был кадр фильмдың аҙағында буласаҡ.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРежиссер Тимур Бикмәмбәтовтың фильмында Иван Ургант, Ольга Бузова, Филипп Киркоров кеүек шоу-бизнес йондоҙҙары ҡатнашҡан. Сюжет төрлө шәхестәрҙең тормош новеллаларына арналған.
Ғәҙәттәгесә, геройҙарҙы төрлө Яңы йыл мажаралары көтә. Өфө новеллаһында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юльяҡшиндың йырҙары ла яңғырай. «Елки» фильмы киң прокатҡа 16 декабрҙә сығыр, тип көтөлә.