Башҡортостан юлдаш телевидениеһында – Яңы йыл!

Әле компанияла яңы йыл тамашаһы төшөрөлә. Тапшырыуға билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, күп балалы ғаиләләр, төрлө ойошма вәкилдәре, табиптар, ауыл хакимиәте башлыҡтары саҡырылған. Улар барыһы ла республика үҫешенә ҙур өлөш индергән шәхестәр.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Быйыл был сара «Яңы йылдың киске тамашаһы» тип атала. Ул бик күңелле булмаҡсы, сөнки тамаша сиктәрендә юмористар клубы эшләй. Шулай уҡ Башҡортостан милли ҡоралдары оркестры, йырсылар йәлеп ителгән. Студия 3D форматында  биҙәлгән. Байрам аҙна дауамында төшөрөлә.

Был ҙур эштең һөҙөмтәһен 31 декабрҙә төнгө сәғәт 9-ҙа Башҡортостан юлдаш телевидениеһында күрергә мөмкин.