Башҡорт теле көнө айҡанлы республикабыҙҙа күп саралар үткәрелде, улар араһында башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды тәҡдим иткән проект та бар.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтПрезентация сиктәрендә «Интерактив башҡорт теле», «Башҡортсофт», «Глосбе» проекттары күрһәтелде. Тап әлеге заман ҡушымталары ярҙамында онлайн режимда башҡорт теленән рус теленә һәм рус теленән башҡорт теленә айырым һүҙҙәрҙе генә түгел, хатта һөйләм һәм ҙур текстарҙы тәржемә итергә мөмкин.
Шулай уҡ башҡорт телендәге һүҙҙәрҙәең нисек яңғырағанын да белергә була. «Тамыр» балалар телеканалы етәксеһе Гөлназ Ҡолһарина «Ышан» мистик сериалы менән таныштырҙы. Уның нигеҙендә үҫмерҙәрҙе дәлилләүсе фекер ята.
Тантана барышында сайттарҙы уйлап табыусылар уларҙың нисек эшләгәнен дә күрһәтте. «Беҙ – башҡорттар» википедистар бәйгеһе һәм «Минең әкиәт» төбәк-ара әкиәттәр ижад итеү конкурсы еңеүселәре бүләкләнде. Әкиәттәр ярышында 500-ҙән ашыу эш ебәрелгәйне, бында балалар ҙа ололар ҙа ҡатнашты.