Иглин ауылында ла башҡорт мәҙәниәтенә арналған кисә үтте.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтКомандалар әҙәби әҫәрҙәрҙең авторын билдәләне, башҡорт телендә шиғыр һөйләп, йыр йырланы. Милли ризыҡ темаһы ла ситтә ҡалманы. Оҫтабикәләр аш-һыу рецептары һәм уларҙы бешереү серҙәре менән уртаҡлашты. Байрамда барлығы дүрт команда көс һынашты. Кисә үҙешмәкәрҙәр тарафынан әҙерләнгән сағыу концерт менән тамамланды.
Әлфинә Килдейәрова