Сәнғәт йортонда ДжАкомо ПуччИниҙың “ВИллисы” һәм ПьЕтро МаскАньиҙың “Сельская честь” опералары күрһәтелде. Тамашаның үҙенсәлекле концепцияһы тураһында киләһе яҙмала.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтМөхәббәт өсмөйөшө тураһындағы классик сюжетлы “Сельская честь” һәм мистикалы “Виллисы” бер актлы опералары, тәү ҡарашҡа бер-береһенә бәйле түгел. Әммә сәхнәләштереүселәр әҫәрҙәрҙе бер концепция менән берләштергән. Быға тиклем серҙә һаҡланылған идея авторы - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илмар Әлмөхәмәтов.
«Виллисы» операһы хореография элементтары менән оҙатыла. Тамашалағы бейеү хәрәкәттәре өсөн Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Ирина Филлиппова яуаплы. Спектаклдең ҡуйыусы дирижеры - Башҡортостандың халыҡ артисы, “Алтын битлек” театраль премияһы лауреаты Артем Макаров. Декорацияларҙы комикс стилендә рәссам Даян Тувалев биҙәгән.
Мизансценаларҙы ҡуйыу маҡсатында Рәсәй театр сәнғәте университетының 4-се курс студенты Константин Уманцев саҡырылған. Өфөлә тыуып үҫкән йәш белгес өсөн был тәүге режиссерлыҡ тәжрибәһе.
Бер актлы опералар итальян телендә башҡарылып, русса титрҙар менән оҙатыла. Ике сәғәттән ашыу барған композициялар мөхәббәтте төрлөсә кисереүсе героинялар хаҡында бәйән итә. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры тамашаны килеп ҡарап, композициялар концепцияһы серен үҙ аллы сисергә саҡыра.
Рәзилә Ғиниәтуллина