Владимир Путин төҙөлөш материалына хаҡтарға контроль булдырырға ҡушты

Ил башлығы белдереүенсә, ҡайһы бер төбәктәрҙә кирбестең 40 процентҡа ҡиммәтләнеүе теркәлгән. Профилактик әңгәмә генә түгел, даими контроль кәрәк, тине Президент. Башҡортостан халҡы ла төҙөлөш материалдары ҡиммәтләнеүгә зарлана. Ҡайһы бер кәрәк-яраҡтарға хаҡтың бер ярым, ике тапҡырға ҡиммәтләнеүе күҙәтелә.