Волейбол буйынса донъя беренселегенә билеттарҙың яңы партияһы һатыуға сығарылды

Билеттарҙы tickets.volley.ru сайтында 400 һумдан алып 7 меңгә алырға була. Ике йәшкә тиклемге балалар уйындарҙы бушлай ҡарай ала. Эпидемиологик хәлгә бәйле, билеттарҙа урындар күрһәтелмәй. Уларҙы баҫтырып алып булмай, урындар артабан махсус программа буйынса билдәләнә.  Турнир киләһе йыл август аҙағында Рәсәй ҡалаларында, шул иҫәптән Өфөлә уҙа.  Ир-егеттәр араһында чемпионатта  24 илдең командаһы ҡатнаша. Республика баш ҡалаһында Камерун,  Германия, Франция һәм Словения командалары сығыш яһай.