Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 116 меңгә яҡынлай

Уҙған тәүлектә хәүефле сирҙең йәнә 495 осрағы раҫланған. Стационарҙарҙа әле 324 пациент дауалана, уларҙың 89-ы – ауыр хәлдә, 5 кеше тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаһында.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Уҙған тәүлектә коронавирус 29 замандашыбыҙҙың ғүмерен ҡыйған, үлем осраҡтарының дөйөм һаны 4 меңде ашып киткән.

Коллектив иммунитет булдырыу саралары ла дауам итә. Уҙған тәүлектә прививка ҡаҙатыусылар исемлеге яҡынса 21 меңгә тулыланған. Вакциналауҙы тулыһынса миллион 900 меңдән ашыу кеше тамамлаған. Был прививка ҡаҙатырға тейешле халыҡтың яҡынса 77 проценты. Республикаға барлығы 2 миллион ярым доза тирәһендә вакцина килтерелгән.