Медицина университетында полиция хеҙмәткәрҙәре өсөн уҡыуҙар ойошторолдо

Хоҡуҡ һаҡсылары ғәҙәттән тыш хәл шарттарында енәйәтселәрҙе ҡулға алыуҙан тыш, яраланған кешеләргә медицина ярҙамын күрһәтергә өйрәнде.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Хәрби полиция вәкилдәре ҡатнашлығында үткән осрашыуҙа хәүефле шартарҙа һаҡланыу, экстремаль медицина мөмкинлектәрен файҙаланыу тураһында һүҙ барҙы.

Полиция хеҙмәткәрҙәре медицина ярҙамы күрһәтә белгән осраҡта, эш һөҙөмтәләре лә күпкә яҡшыраҡ буласаҡ. Ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында табиптарҙың яҡында булмауы ла ихтимал, шуға ла полиция хеҙмәткәрҙәре ашығыс ярҙам күрһәтә белергә тейеш.

Константин Смирнов, Үҙәк хәрби округындағы хәрби полиция идаралығы етәксеһе

Флорида Ким