Республика кимәлендәге мәҙәни-спорт сараһы быйыл 15-се тапҡыр ойошторолдо. Коррекция мәктәп-интернаттарында тәрбиәләнгән 130 бала үҙ оҫталыҡтарын декоратив-ҡулланма сәнғәт, вокал, хореография, физкультура һәм спорт йүнәлештәрендә һынаны.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтКоронавирусты иҫкәртеү маҡсатында быйылғы фестиваль онлайн форматта үтте. Ғәҙел һәм профессиональ жюри ағазалары һәр баланың сығышын лайыҡлы баһалаған.
Мөмкинлектәре сикле булыуға ҡарамаҫтан был фестиваль балаларҙың бөтә яҡлап та һәләтле булыуҙарын күрһәткән. Ижад һәм спорт менән шөғөлләнеү уларға рух ныҡлығына, оҫталыҡҡа һәм батырлыҡҡа өйрәткән. Тырышлыҡтары һәм еңеүгә ынтылыштары өсөн балалар бүләктәр һәм дипломдар менән баһаланды.
Илдар Байбулатов