Баймаҡ Йәш техниктар станцияһы тәрбиәләнеүселәре Мобиль робототехника йүнәлешендә Өфөлә үткән ярышта еңеү яуланы. Теманың дауамы-киләһе яҙмала.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБәләкәй генә деталдәрҙән – үҙйөрөшлө техника һәм аҡыллы роботтар. Баймаҡ лицей-интернатында Мәғариф милли проекты буйынса асылған Ардуино һәм электр техникаһы түңәрәгенә уҡыусылар ҙур теләк менән йөрөй. Заманса ҡоролмалар һәр баланың талантын асырға ярҙам итә.
Роботтар һәм техника – малайҙарҙың ғына яратҡан шөғөлө түгел. Бишенсе класс уҡыусыһы Азалия Иҫәнғолова ла был түңәрәктә үҙенең мөмкинлектәрен аса. Сымдарҙы иретеп-йәбештереү,роботтарҙы йыйыу һәм улар менән идара итеү ҡыҙға еңел бирелә.
Федераль проект үҫеп килгән быуынға техник йүнәлештә сифатлы өҫтәмә белем биреүгә йүнәлтелгән. Түңәрәктә балалар конструкторлау һәм программалау һәләтен үҫтерә. Даими шөғөлләнгәндеренең уңыштары ла бар.
Түңәрәк асылғандан алып балалар күп нәмәгә өйрәнә. Хәҙер улар ҡатмарлы моделдәр йыйып, уның ниндәй механизм ярҙамында эшләй алыуын аңлай.
Әлфиә Хәмитова