Республика йәмәғәтселеге башҡорт әҙәбиәте белгесе, яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор Тимерғәле Килмөхәмәтовты иҫкә алды. Май айында арабыҙҙан киткән фән эшмәкәренә бағышланған саралар Башҡорт дәүләт университетында ойошторолдо.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтТимерғәле Килмөхәмәтов – башҡорт әҙәбиәтендә баһалап бөткөһөҙ мираҫ ҡалдырған шәхестәрҙең береһе. Бай йөкмәткеле хикәйәләре, повестарында ул уҙған быуат хәл-ваҡиғаларын сағылдырып байтаҡ уҡыусыларҙың һөйөүен яуланы.
Тәрән фекерле ижадынан тыш, Тимерғәле Килмөхәмәтовтың фәнни уңыштары ла һанап бөткөһөҙ. Мәскәү дүәләт университеты аспирантураһын тамалап, кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияларын яҡлай.
Флорида Ким