Урамда асыҡ торған ҡоҙоҡтар ҙа осрай. Улар балалар, оло кешеләр, йорт хайуандары, машиналар өсөн хәүеф тыуҙырыуы ихтимал.
Республика менән идара итеү үҙәгенә йыл башынан алып ошо мәсьәлә буйынса 250-нән ашыу мөрәжәғәт килгән. Һәр хат буйынса ваҡытында сара күрелгән. Тимәк, күп кенә бәхетһеҙ осраҡтар иҫкәртелгән.
Салауат ҡалаһынан Сергей Егоров Ленинград урамы тротуары янындағы асыҡ ҡоҙоҡ тураһында 2021 йылдың 17 ноябрендә хәбәр иткән. Республика менән идара итеү үҙәге тиҙ арала Салауат ҡалаһы хакимиәтенә ошо турала хәбәр иткән. Хәүеф тыуҙырған урын кәртәләп алына. Соҡор тулыһынса 3 декабрҙә ҡапланған.
Урамда асыҡ ҡоҙоҡ күрәһегеҙ, ошондай сара күрергә кәңәш ителә. Бындай урындарҙы тәүҙә сағыу төҫлө берәй әйбер менән айырып күрһәтергә кәрәк. Икенсе аҙым: тиҙ арала коммуналь ойошмаға йәки 112 һандары буйынса Берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәтенә хәбәр итергә кәрәк. Асыҡ люк һеҙ йәшәгән йорт эргәһендә булһа, идарасы компанияға мөрәжәғәт итегеҙ. Асыҡ ҡоҙоҡто үҙаллы ябырға тырышыу урынһыҙ.
Республика менән идара итеү үҙәгенең “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмө: https://vk.com/tsur_bashkortostan