Өфөлә Рәсәйҙә беренселәрҙән булып «Фермер утрауы» асылды

«Магазин эсендә магазин» форматындағы сауҙа нөктәһе Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса федераль корпорация ярҙамында ойошторолдо. Кәштәләргә республика фермерҙары һәм ауыл хужалығы кооперативтары продукцияһы ҡуйыласаҡ. «Халыҡ-ара бизнес аҙналығы» сиктәрендә үткән эшлекле саралар менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Сәк-сәк, ҡымыҙ, башҡорт балы, шифалы үләндәрҙән сәй. Өфөнөң Баландин бульварында урынлашҡан супермаркетта тәүге «Фермер утрауы» ойошторолдо.

Кәштәләргә Башҡортостанда етештерелгән экологик яҡтан таҙа продукция ҡуйылған. Магазин эсендә урындағы ауыл хужалығы предприятиеларының сауҙа нөктәһен булдырыу башланғысы менән Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса федераль корпорация сыҡҡайны. Пилот проект республика Хөкүмәте менән берлектә тормошҡа ашырыла..

Күберәк фермерҙар үҙ продукцияһы менән сауҙа итә алһын өсөн, ил буйынса ошондай бәләкәй утрауҙар ойошторорға ҡарар иттек. Эре супермаркеттарҙың 20-30 квадрат метр майҙанында кәмендә ун биш ауыл хужалығы кооперативына эшләү мөмкинлеге бирелә. Утрауҙың үҙ бренды бар, ҡорамалдар һатып алыуға льготалы финанслау ҙа ҡаралған.

Александр Исаевич, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса федераль корпорация генераль директоры

Республикала ете меңдән ашыу фермер хужалығы иҫәпләнә. Дүрт йыл рәттән Башҡортостан ҡулланыусылар кооперативтары ойоштороу буйынса ил кимәлендә алдынғылар рәтендә. Уларҙың һаны 370-кә еткән. Ауыл хужалығы продукцияһын етештереү күләме лә артыуы күҙәтелә. Пилот проектта ҡатнашыу быға тиклем йәрминкә-күргәҙмәләрҙә генә берәмләп һатылған тауарҙар менән сауҙа итеү мөмкинлектәрен дә киңәйтте.

Башҡортостанда етештерелгән продукция ассортименты бай, хәҙер улар халыҡҡа күпкә яҡынайҙы. Бындай утрауҙар фермерҙарға Өфөләге эре сауҙа селтәрҙәренә сығып, тауар әйләнешен арттырыу мөмкинлеге бирә.

Илшат Фәзрахманов Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры

Башҡортостан Хөкүмәте Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса федераль корпорация менән ике яҡлы хеҙмәттәшлек тураһында килешеү ҙә төҙөнө. Документҡа ярашлы, төбәктең бизнес берләшмәһенә күрһәтелгән финанс һәм финанс булмаған ярҙам сараларын нығытыу ҡаралған.

Адреслылыҡ, өлкәләргә бүлеү принциптарына иғтибар йүнәлтеләсәк. Осрашыу сиктәрендә Радий Хәбиров эшҡыуарлыҡ өсөн коронавирус пандемияһының оло һынауға әүерелеүен билдәләне. Шуға күрә коронавирусҡа бәйле сикләүҙәр индергәндә лә, барлыҡ ҡарарҙар һаҡлыҡ менән ҡабул ителә.

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса федераль корпорация етәкселеге Башҡортостандың бизнес-берләшмәһе менән «Асыҡ диалог»ҡа сығып, яңы кредит программалары, ташламалар тураһында ла һөйләне. Шулай уҡ эшҡыуарҙарҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙар ҙа иғтибарһыҙ ҡалманы. Осрашыу аҙағында бүләкләү тантанаһы үтте. Бер төркөм яҡташтарыбыҙ төбәктең бизнес-мөхитен үҫтереүгә, яңы эш урындары булдырыуға индергән өлөшө өсөн рәхмәт хаттары алды.

«Халыҡ-ара бизнес аҙналығы. Киләсәккә инвестициялар» форумы сиктәрендә Башҡортостанда бизнес һәм эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы күрһәтеү сараларының дүртенсе пакеты әҙерләнеүе лә билдәләнде. Уның күп өлөшө ауыл хужалығы, мелиорация һәм техниканы яңыртыуға йүнәлтеләсәк. Урал Аръяғы, төньяҡ-көнсығыш райондар айырыуса иғтибар үҙәгендә.

Гөлназ Хәйбуллина