Коронавирус күрһәткестәре әкренләп кәмей башланы

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы биргән мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда көндәлек коронавирус күрһәткестәре әкренләп кәмей башланы. Һуңғы тәүлектә сирҙе 500-гә яҡын кеше йоҡторған. Дауаханаларҙа әле 300-ҙән ашыу пациент дауалана. Уларҙың 97-һе ауыр хәлдә, 3 кеше тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаһында.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Һуңғы тәүлектә сир тағы ла 22 замандашыбыҙҙың ғүмерен ҡыйған. Коронавирустан дөйөм үлем күрһәткесе 4 меңдән ашып китте.

Коллектив иммунитет булдырыу саралары ла тынмай. Һуңғы тәүлектә 31 мең ярым самаһы кеше прививка эшләткән. Вакциналауҙы тулыһынса тамамлаусылар һаны миллион туғыҙ йөҙ меңде ашып китте. Был прививка эшләтергә тейешле халыҡтың яҡынса 78 проценты. Башҡортостанға 2 миллион 700 мең дозанан күберәк вакцина килтерелгән.