18 декабрҙән эш биреүсе хеҙмәткәрҙе эштән ситләтергә хоҡуҡлы

Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле яңы сикләүҙәр көсөнә инә. 18 декабрҙән эш биреүсе хеҙмәткәрҙе эштән ситләтергә хоҡуҡлы, хеҙмәт хаҡын да түләмәүҙәре мөмкин.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү федераль хеҙмәте идаралығы етәксеһе Анна Казак белдереүенсә, Башҡортостанда предприятиеларҙың күбеһе вакциналау буйынса талаптарҙы үтәгән, әммә талаптарҙы инҡар итеүселәр ҙә бар.

20 декабрҙән ведомство вәкилдәре предприятиеларҙы тикшерә башлай. Талапты үтәмәгән компанияларҙың эшмәкәрлеге туҡтатылыуы ихтимал.