Башҡортостан Тунис менән бәйләнештәрҙе нығыта

Халыҡ-ара бизнес аҙналығы барышында Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Тунис республикаһының Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Тариҡ бән Сәләм әфәнде менән осрашты.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Һөйләшеүҙә Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева менән Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Ринат Фәтҡуллин һәм Рәсәй сит ил эштәре министрлығының Өфөләге вәкиле Венер Ғәлиәкбәров ҡатнашты.

Яҡтар сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте нығытыу мөмкинлектәре тураһында фекер алышты. Әле республикалар араһындағы тауар әйләнеше күләме 8 миллион доллар самаһы. Башҡортостандан Төньяҡ Африкалағы ғәрәп дәүләтенә ғәҙәттә химия сәнәғәте тауарҙары оҙатыла. Әңгәмә барышында ике яҡлы хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереү мөмкинлектәре юғары булыуы билдәләнде.