Иретеп-йәбештереүселәр оҫталыҡта ярышты

Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы филиалдары студенттары араһында һөнәри оҫталыҡ буйынса конкурс йыл да ойошторола. Ярышта бик теләп ҡатнашалар, сөнки инселәнгән бүләктәр бик шәп. Конкурс барышын БЮТ каналының ижади төркөмө күҙәтте.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Урал Аръяғы агросәнәғәт колледжы эшсе һөнәр белгестәрен әҙерләй. Шуларҙың береһе хеҙмәт баҙарында ихтыяж менән ҡулланылған иретеп йәбештереүсе. Өс йыл дауамында студенттар был һөнәрҙең бар нескәлектәренә өйрәнә. Йыл һайын Баймаҡта Әбйәлил, Бөрйән райондарында урынлашҡан колледж филиалдарының иң яҡшы уҡыусылары был йүнәлештә көс һынаша.

Бөрйән районынан Лилиә Алтынбаева ир-егеттәр һөнәрен үҙләштерә. Быға тиклем ул урман хужалығында булып эшләй. пандемия гүзәл заттың тормошонда ҡырҡа үҙгәртә. Эш урынһыҙ ҡалған Лилиә Алтынбаева бөгөн колледж студенты һәм үҙ төркөмөндә иң яҡшылар рәтендә.

Конкурс ике этаптан торҙо. Тест һорауҙарына яуап биргәндән һуң студенттар эш өҫтәлдәрендә иретеп йәбештереү оҫталығын күрһәтте. Көсөргәнешле ярышта беренсе урынға Әбйәлил районы, икенсе урынға Өфө яғыулыҡ энергетика колледжының Баймаҡ филиалы, өсөнсө урынға Урал аръяғы агро сәнәғәт колледжы студенттары лайыҡ булды һәм аҡсалата премия менән бүләкләнде. Был бәйгенең төп маҡсаты – эшсе һөнәрҙәренең абруйын арттырыу, унда йәштәрҙе йәлеп итеү.

Раушания Рәхимова