Өфөлә Башҡорт тарихы йылына йомғаҡ яһалды

Уның сиктәрендә йыл дауамында юғары һөҙөмтә күрһәтеүсе замандаштарыбыҙ юғары дәүләт һәм йәмәғәт наградалары менән бүләкләнде. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Башҡорт тарихы йылын йомғаҡлау сараһы Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе әҙерләгән театрлаштырылған тамаша менән башланды. Шәйехзада Бабич һүҙҙәренә ижад ителгән, милләтебеҙ бәҫен күтәргән йыр туған халҡы үҫешенә тос индереүселәргә хөрмәт булып яңғыраны. Форум ҡатнашыусылары уларҙы аяғүрә алҡышланы.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы йыл дауамында башҡарған эштәрҙе Башҡортостандың мәҙәниәт, Фән һәм мәғариф министрлыҡтары менән бергә барланы. Йәмәғәт ойошмаһының күп кенә маҡсаттары ла тап ошо ике ведомство ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Форумдың пленар ултырышында билдәләнеүенсә, башҡорт тарихы йылы милләтебеҙ йылъяҙмаһын байытыуға ныҡлы нигеҙ һалды. Сара барышында юғары дәүләт наградалары, Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары ла тапшырылды. Әйткәндәй, мәртәбәле «Ал да, нур сәс халҡыңа!» миҙалы лауреаттары тағы бер-нисә кешегә артты.

Башҡорт тарихы йылы ерле халыҡтың тарихы менән сикләнмәне, тиелде сарала. Ул йәмғиәттең бар ҡатламын берләштерҙе. Тарихи хәҡиҡәттең тергеҙелеүе, ырыуҙарға төрлө яҡлы иғтибар ҙа юғары ҡаҙаныштарҙың береһе.

Фотоһүрәттәр аша Оло Башҡортостандың ырыуҙар картаһын күҙ алдына килтерергә мөмкин. Бында башҡорт ғаиләһе институты төрлө сүрәттә сағылыш тапҡан. Пленар өлөштән һуң, сара айырым ултырыштар залында дауам итте. Башҡорт этник картаһы, милли уйындар, этномәҙәни өлкә кеүек төрлө сығыштар тыңланды. Әсә телен уҡыу-уҡытыу өлкәһендәге мәсьәләләр ведомство белгестәре менән уртаға һалып һөйләшелде.

Шулай ҙа Башҡорт тарихы йылы менән генә эш тамамланмай. Башҡортостан 2022 йылды – Мәҙәниәт һәм рухи мираҫ йылын ҡаршы ала.

Азат Ғәлиуллин