Ул Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге менән берлектә Туймазы районы хакимиәте тарафынан ойошторолдо. Быйыл бәйгелә 22 район һәм ҡаланан, Силәбе, Төмән, Ырымбур өлкәләренән 18 ансамбль һәм 89 яңғыҙ башҡарыусы һынау тотто.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтКовидҡа ҡаршы сикләүҙәрҙе иҫәпкә алып, һайлап алыу этабы ситтән тороп уҙғарылды. Финалға сығыусылар Гала-концертҡа йыйылды. Иң бәләкәй ҡатнашыусыға – 7, ә иң олоһона 77 йәш ине.
Белорет районынан Ишмулла Дилмөхәмәтов, Йомабай Иҫәнбаев исемендәге конкурстар еңеүсеһе Мөхәмәт Түләбаев «Тылсымлы ҡурай моңо» 4-се асыҡ һәүәҫкәр ҡурайсылар конкурсында Гран-приға лайыҡ булды.