«Ватандаш» ижтимағи-сәйәси һәм фәнни-популяр журналы ойошторолоуға 25 йыл

Ошо уңайҙан Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала «Башҡортостан халыҡтары мәҙәниәтен һаҡлауҙа «Ватандаш» журналының роле» тигән темаға түңәрәк өҫтәл үтте. Сараға журналдың тарихи сығанаҡтарында торған билдәле ҡәләм оҫталары, тел белгестәре, зыялылар саҡырылды.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар баҫманың беренсе баш мөхәррире Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйеновты, бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Осрашыуҙа журналдың төбәк милләттәре мәҙәниәтен үҫтереүҙә роле мөһим булыуы билдәләнде.

«Ватандаш» журналының тәүге һаны1996 йылдың 6 февралендә донъя күрә. Уның биттәрендә башҡорт һәм рус телдәрендә ижтимағи-сәйәси, ғилми темаларға мәҡәләләр, әҙәби әҫәрҙәр баҫыла. 2020 йылда «Ватандаш» журналы «Матбуғаттың алтын фонды» билдәһенә лайыҡ булды.