«Черемушки» торлаҡ комплексы файҙаланыуға тапшырыу йәнә күсерелде

Ваҡыты тағы ла күсерелде. «Черемушки» торлаҡ комплексы быйыл декабрҙә файҙаланыуға тапшырылырға тейеш ине. Ләкин төҙөлөш майҙанына инженер селтәрҙәрен тоташтырыу эшенә төҙәтмәләр индерелә. Төрлө ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, төҙөлөш тамамланыу алдында. Тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Июлдә «Черемушки» торлаҡ комплексында, ниһайәт, төҙөлөш эштәре ҡабаттан тергеҙелде. Икешәр секциянан торған 3 йорт 2014 йылдан алып төҙөлә. Улар 25 һәм 27 ҡаттан тора. Әлеге ваҡытта йорттарҙың береһенә нигеҙ ҡойоу өсөн урын әҙерләнә. Ҡеүәтле техника ер ҡаҙа, свайҙар беркетелә, гидроизоляция эштәре башҡарыла.

Әлегә ҡаршылыҡтар булмаһа ла, ете йыл элек төҙөлә башлаған торлаҡ комплексы байтаҡ ҡытыршылыҡтарға осрай. Эште тотҡарлау башлыса инженер селтәрҙәре менән бәйле була. Майҙанға эҫе, һыуыҡ һыу, йылылыҡ торбалары һәм электр селтәрҙәренә тоташтырыу өсөн яңыраҡ ҡына рөхсәт алына. Шуға күрә төҙөлөш проекты ла үҙгәрештәр кисерә, фатирҙарҙы тапшырыу ваҡыты күсерелә.

Бында төҙөлөш эшенең бар этабын да асыҡтан-асыҡ күрергә мөмкин. Бер ерҙә нигеҙ әҙерләнһә, икенсе йорттоң өҫкө ҡаттары күтәрелә, фатирҙарҙа иҙән тигеҙләнә, тәҙрәләр ҡуйыла. Өсөнсө литер иһә тиҙҙән файҙаланыуға тапшырылыр тип көтөлә.

Бинала сантехника ҡоролмаларын тоташтырыу, электр селтәрҙәрен үткәреү һәм тышҡы биҙәү эштәре бара. Төҙөлөш майҙанында бер юлы йөҙҙән ашыу төҙөүсе эшләй, тиҫтәләгән техника йәлеп ителгән.

Йорттар сиратлап сафҡа индереләсәк. Төҙөлөш компанияһында хәбәр итеүҙәренсә, алдағы йылдың икенсе кварталына тиклем «Черемушки» торлаҡ комплексының 2-се һәм 3-се йорттарында фатир асҡыстары тапшырыласаҡ. Тулыһынса төҙөлөш 2023 йылда тамамланыр тип көтөлә.

Әлфинә Килдейәрова