Өфөлә илдәге беренсе “Фермер утрауы” сауҙа нөктәһе асылды

Баш ҡалалағы ҙур сауҙа селтәренә ҡараған магазиндарҙың береһендә республика фермерҙары етештергән тауар айырым кәштәгә ҡуйылды. Бындай проектты тормошҡа ашырыуҙа Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү корпорацияһы ярҙам иткән. Республика Хөкүмәте вице-премьеры – Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, “Фермер утрауы” сауҙа нөктәһе үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлекте күберәк һатырға мөмкинлек бирәсәк.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт