Башҡортостанда эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса дүртенсе саралар планы тормошҡа ашырыла. Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығында беренсе вице-премьер – Иҡтисади үҫеш һәм инвестицион сәйәсәт министры Рөстәм Моратов шул турала белдерҙе. Дәүләт ярҙамының ҙур өлөшө ауыл хужалығына күрһәтелә. “Мелиорация, техника яңыртыу айырым иғтибарға алына”, - тине Рөстәм Моратов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтФорум барышында Республика Хөкүмәте һәм Бәләкәй, урта эшҡыуарлыҡ корпорацияһы араһында килешеү төҙөлдө. Ул бизнесҡа адреслы финанс ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән. Корпорацияның генераль директоры Александр Исаевич Республика Башлығы Радий Хәбиров менән осрашыуында эшҡыуарлыҡҡа күрһәтелгән ярҙамды юғары баһаланы.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтХалыҡ-ара бизнес аҙналығы бөгөн тамамлана. Унда Ҡаҙағстандан ҙур делегация ҡатнашыуы көтөлә.