Һуңғы тәүлектә 493 кешегә ошондай диагноз ҡуйылған. 26 пациенттың ғүмере өҙөлгән. Әле коронавирус менән 7 меңгә яҡын кеше ауырый, уларҙың күбеһе - 60 йәштән өлкәндәр. 303 кеше дауаханаға һалынған. Һуңғы тәүлектә 487 пациент һауыҡҡан, тип хәбәр итәләр оператив штабтан.