Был турала социаль селтәрҙә Республика Башлығы Радий Хәбиров яҙа. Өфөләге 121-се гимназия һәм Шишмәләге 1-се мәктәп юғары баһа алды. "Балаларҙың нисек туҡланыуы беҙҙең өсөн үтә мөһим. Уҡыу йорттарында ашханаларҙы системалы рәүештә яңыртабыҙ", тип яҙа Радий Хәбиров. Башҡортостанда өс йылда 44 мәктәп ашханаһы ремонтланған, 321 ашханаға кәрәк-яраҡтар, ҡорамалдар алынған.