Уны күрше дәүләттең Премьер-министры Асҡар Мамин етәкләй. Рәсми ҡунаҡтарҙы Өфө аэропортында Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡаршы алды. Ҡаҙағстан вәкилдәре Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығында ҡатнаша. Радий Хәбиров белдереүенсә, Ҡаҙағстан Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе киңлегендә Башҡортостандың төп партнеры булып тора.