Пандемия башланған көндән хәүефле сирҙән 4 меңдән ашыу үлем осрағы теркәлгән. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының һуңғы мәғлүмәттәре буйынса Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 117 меңгә яҡынлай.
Уҙған тәүлектә йәнә 493 осраҡ раҫпанған. Стационарҙарҙа әле 300-ҙән ашыу пациент дауалана, уларҙың 92-һе ауыр хәлдә, тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаһында - 4 кеше.
Һуңғы тәүлектә вакцина яһатыусылар исемлеге яҡынса 13 мең ярымға тулыланған. Прививканың ике компонентын да миллион 900 меңдән ашыу кеше ҡаҙатҡан. Был коллектив иммунитет булдырыу өсөн вакциналанырға тейешле халыҡтың яҡынса 78 проценты. Башҡортостанға бөтәһе 2 миллион 700 мең дозанан күберәк вакцина килтерелгән.
Рафиҡ Әхмәтшин