Хәүефле сирҙәр менән ауырыусы балалар өсөн бушлай дарыуҙар исемлеге киңәйтелер тип көтөлә

 «Изгелек даирәһе» федераль фонды ярҙамында быйыл Башҡортостан малай-ҡыҙҙарға 85 ҡап «Спинраза» препараты бүленде. Программа буйынса 10 баланың сәләмәтлеген нығытылды. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

16 йәшлек Айгөл Ибраһимова коляскала ултырһа ла уның ижади һәләттәре, уҡыуға тырышлығы сикһеҙ. Йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡыҙ уңайлы мөхит программаларын ойоштороу буйынса ирекмән булараҡ танылған. Арҡа мускулдары атрофияһы менән ауырыусы үҫмер ҡулынан килгән тиклем башҡа малай-ҡыҙҙарға ла ярҙам итергә тырыша.

Мин ҡулдарымды, аяҡтарымды тоям, әммә улар менән тулыһынса хәрәкәт итергә көсөм етмәй. Яңы препараттарҙың ярҙамын һиҙәм, артабан еңелерәк булыр тип ышанам.

Айгөл Ибраһимова

Хәүефле диагноз ҡыҙға ике йәшендә ҡуйылған. Ул ваҡытта сирҙе дауалау препараттары булмаған, тик сәләмәтлекте нығытыу терапияһы ғына ойошторолған.

Табиптар хәүефле диагноз барлығын баланың ике йәшенә тиклем билдәләй алманы. Әммә реабилитация үҙәктәре ҡыҙыбыҙҙың ғүмерен һаҡлап ҡалырға булышлыҡ итте. Тормош иптәшем Айгөл үҫкәс дарыу уйлап табыласаҡ тип фаразлағайны..

Гөлшат һәм Ирек Ибраһимовтар

Хәҙер арҡа мускулы атрофияһын дауалау өсөн ҡаралған препаратты бушлай алырға мөмкин. Рәсәй президенты указына ярашлы, ауыр сирҙәргә ҡаршы көрәшеүсе балаларға ярҙам итеү өсөн фонд ойошторолдо. «Изгелек даирәһе» проекты сиктәрендә рсепубликала йәшәүсе малай-ҡыҙҙар өсөн 85 ҡап «Спинраза» препараты бүленде.

Был ғаилә менән туғандар кеүек яҡын аралашабыҙ. Һәр ваҡыт шылтыратып хәл белешәбеҙ. Ҡаты ауырыған балалар өсөн ҡаралған препараттар партияһы тағы килде, улар киләһе йылға файҙаланыуға тапшыраласаҡ. Сират менән тотҡарлыҡтар булмаясаҡ.

Айгөл Еникеева, Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш балалар неврологы

«Изгелек даирәһе» фондының ярҙам исемлегенә 44 патология индерелгән. Башҡортостанда йәшәүсе малай-ҡыҙҙар араһында нәҫел сирҙәренең 10-һы барлығы билдәләнгән. Яҡын көндәрҙә патологиялар исемлеген арттырыу күҙаллана, тимәк ҡотҡарылған кескәй ғүмерҙәр  артасаҡ тигән өмөт тыуа.

Флорида Ким