Башҡортостанда “Шыршы” операцияһы дауам итә

Профилактик сара ылыҫлы ағас үҫентеләрен  һаҡлау, улар менән законһыҙ сауҙа итеүҙе тыйыуға йүнәлтелгән. Эске эштәр, урман хужалығы министрлығы, Дәүләт күҙәтеү органдары һәм йәмәғәт ойошмалары рейдтар ойоштора.

Рөхсәтһеҙ ағас киҫеү осраҡтары буйынса административ штраф ҡаралған. Урман фондына килтерелгән зыян 5 мең һумдан артҡан осраҡта,  енәйәт эше ҡуҙғатылыуы ихтимал.

Рафиҡ Әхмәтшин